Уҙған төндә Октябрьский ҡалаһында автозаправка янып киткән

«Башнефть” йәмғиәте станцияһында сыҡҡан янғын юғары ранг менән баһаланған. Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар уттың артабан таралыуына юл ҡуймай.

Фото №1 - Уҙған төндә Октябрьский ҡалаһында автозаправка янып киткән

Янғын һүндереүҙә 16 хеҙмәткәр һәм 4 берәмек техника ҡатнаша. Асыҡланыуынса, ут ялҡыны операторҙар бүлмәһендә сыға. Зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ