Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике элекке һәм ике ғәмәлдәге полиция хеҙмәткәренә ҡарата 4 енәйәт эше ҡуҙғатылған

Оператив дежур хеҙмәткәрҙәр, дежур смена етәксеһе һәм полиция бүлеге участковыйы ритуаль салон директорына үлгән кешеләрҙең адресын ебәреп торған. Полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ ҡылыҡтары өсөн ришүәт алыуҙа һәм вәләкәттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике элекке һәм ике ғәмәлдәге полиция хеҙмәткәренә ҡарата 4 енәйәт эше ҡуҙғатылған

Тәфтишселәр асыҡлауынса, үлем осрағы тураһында бер мәғлүмәт өсөн улар 500 һумдан мең һумға тиклем аҡса алған. Республика буйынса Эске эштәр министрлығында тикшереү һөҙөмтәләре буйынса әле эшләп йөрөгән ике хеҙмәткәрҙәрҙе эштәренән бушатыу мәсьәләһе ҡарала. Енәйәт эштәрен тикшереү дауам итә.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ