Бөгөн Өфөлә һеләүһен тоталар

Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған һарғылт һоро төҫтәге йыртҡыс баш ҡаланың Рихард Зорге урамында йөрөгән. Хайуанды урында йәшәүселәр күрә, тап улар ашығыс хеҙмәттәр һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр итә.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә һеләүһен тоталар

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 6 хеҙмәткәре ебәрелә. Урман ҡунағына йоҡлата торған дарыу ҡулланыу талап ителмәй. Автомобиль аҫтында ятҡан һеләүһенде ау ярҙамында тоталар.

Күҙалланыуынса, хайуан эргәләге урман массивынан аҙыҡ эҙләп килгән. Һеләүһен үҙен тыныс тота, белгестәр уға яҡынса өс йәш бирә. Йәнлекте тикшергәндән һуң, унда ауырыу билдәләре табылмай. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре уны Иглин районы урманына ебәргән.

Хайуандарҙың ауыл-ҡалаларға килеүенә тәү сиратта, кешеләрҙең уларҙы ашатып тороуы, сүплек һәм ҡалдыҡтар араһынан аҙыҡ эҙләү сәбәпсе, ти белгестәр.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ