“Фотон” фургоны водителе туҡтап торған 14-се модель ВАЗ машинаһын бәрҙергән. Еңел машинала ултырған 43 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәтләнгән. Юл полицияһынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республика юлдарында 4 авария булған, 5 кеше имгәнгән.
Инспекторҙар ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле йәйәүлеләрҙе лә, водителдәрҙе лә иғтибарлы булырға саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Элемтә телефоны: 112.




