Республикала көслө буран һәм ҡар яуыуы сәбәпле автомобиль хәрәкәттәре сикләндерелә

Көслө буран һәм ҡар яуыуы сәбәпле, Өфө-Ырымбур трассаһында рейс автобустары һәм йөк автомобилдәре хәрәкәте сикләнде. Ул 4 февраль төнгө сәғәт өскә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Фото №1 - Республикала көслө буран һәм ҡар яуыуы сәбәпле автомобиль хәрәкәттәре сикләндерелә

Әле автомобиль трассаһында ҡар таҙартыу техникаһы эшләй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәргә юлда хәрәкәт асылғансы Өфө-Ырымбур йүнәлешендә сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Инспекторҙар шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәрҙе лә һауа торошона бәйле оҙон юлды кисектереп торорға, юлда икеләтә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа һәм дистанцияны һаҡларға саҡыра.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ