Республика юлдарында бер ай эсендә генә 276 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Аварияларҙа 41 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән транспорт сәғәтендә белдерелде.

Фото №1 - Республика юлдарында бер ай эсендә генә 276 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ведомство- ара комиссия ултырышында һүҙ юлдарҙағы фажиғәләр һанын кәметеү, хәлде яҡшыртыу саралары хаҡында барҙы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, аварияларҙың күбеһе юлдарҙың торошо насар булыуы менән бәйле.

Бигерәк тә төбәк һәм муниципаль -ара юлдар яҡшылап таҙартылмай. Иң хәүефле трасса булып Өфө-Инйәр-Белорет юлы тора. Белгестәр фекеренсә, ғинуарҙа һауа торошо ла хәрәкәтте ҡатмарлаштырған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ