Стәрлетамаҡта 8-се синыф уҡыусыһында короновирус булыуына шикләнеп дауаханаға һалынған

Был турала бөгөн социаль селтәрҙәге төркөмдәргә һылтанып «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. Осраҡ буйынса ҡаланың балалар үҙәк дауаханаһы баш табибы Борис Шәрипов аңлатма биргән.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта 8-се синыф уҡыусыһында короновирус булыуына шикләнеп дауаханаға һалынған

Асыҡланыуынса, үҫмер күптән түгел генә ата-әсәһе менән Ҡытайҙың Хайнань утрауында ял иткән. Тыуған илгә ҡайтыу менән мәктәп уҡыусыһы үҙен насар тоя башлаған. Ул йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Әле бала анализдар тапшырған.

Һөҙөмтәләр бер нисә көндән әҙер буласаҡ. Бәлки, ни бары миҙгел киҙеүе тураһында һүҙ баралыр, әммә тикшереү үткәнсе үҫмер етди контролдә буласаҡ. Башҡортостанда әлегә тиклем короновирус йоҡтороусылар теркәлмәне. Республикала эпидемиянан һаҡланыу өсөн комплекслы саралар күрелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ