Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 69 йәшлек инвалид иҙәндә шыуышып йөрөгән кадрҙар социаль селтәрҙәрҙә таралды. Беҙҙең ижади төркөм был ваҡиға буйынса пациенттың һәм дауахана табиптарының фекерен тыңланы. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Был видеояҙма Интернет киңлектәрендә йәшен тиҙлегендәй тарала. Иглин үҙәк район дауаханаһы коридорында аяҡһыҙ пациент иҙәндә шыуышып йөрөй. Кадрҙар йәмәғәтселекте шаҡ ҡатыра. Дауахана табиптары әйтеүенсә, видео былтыр бинала төҙөлөш эштәре барышында төшөрөлөп алынған. Көйрәтергә яратыусы ир медиктарҙың тыйыуына ҡарамаҫтан, ремонт барған бүлмәгә тәмәке тартырға йыш йөрөгән.
Роликтың социаль селтәрҙә таралыуы дауаханаға республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре килгән көнгә тура килә. Был видеояҙма менән бергә икенсеһе лә тарала. Унан күренеүенсә, пациенттарҙың береһе иҙәнгә йәйелгән түшәктә ята. «Бындай хәлдәргә күҙ йоморға ярамай, тикшереү алып барыла.»- тине үҙенең сәхифәһендә республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Шуның менән бергә, пациенттарҙың да табиптарға ҡарата ихтирамһыҙ булыуын хәтерләтте.
Видеояҙманың геройы Валерий Идамкин дауаханала 10 ай дауалана. 90-сы йылдарҙа ул Ҡырғыҙстандан күсенеп килгән һәм Иглин ауылында төпләнгән. Республикала туғандары булмай, ә берҙән-бер ҡыҙы Германияла йәшәй. Уның менән бәйләнешкә сығырға маташыу – һөҙөмтәһеҙ була. Документтарһыҙ ҡалған иргә социаль хеҙмәткәр беркетелә.
Валерий Идамкиндың күршеләре әйтеүенсә, ул бер нисә тапҡыр үҙаллы стационарҙан ҡасып ҡайтып йөрөгән. Әммә дауахана санитарҙары уны кире килеп ала ине, ти улар. Әлеге ваҡытта уның фатирында өйҙәш ҡатыны йәшәй. Ә ир Көҙәй ҡарттар йортона ебәрелә. Ул үҙен видеояҙмала таный, әммә осраҡты тулыһынса иҫенә төшөрә алмай. Ә медиктарҙың мөнәсәбәтен бармаҡтар ярҙамында аңлата.
Ҡарттар йортона Валерий Идамкиндың хәлен белергә күршеләре генә килеп йөрөй. Ә бына уның ҡатнашлығында яҙҙырылған видеояҙманы меңдәрсә кеше күргәнен белмәй. Бындай популярлыҡ кәрәкмәй, ти ул. Ҡарттың теләге бер – артабан тыныс тормошта йәшәү.




