Салауат районында мәктәп автобусы аварияға эләккән

Әй ауылы балалары Торналы мәктәбенә китеп барған. Ҡапыл юлға йылҡы өйөрө килеп сыҡҡан. Водитель тормозға баҫып өлгөргән. Әммә транспорт бер атҡа килеп бәрелгән. “Уҡыусылар зыян күрмәгән. Уларҙы дәрескә еңел машинала оҙатҡандар”, - тип белдерҙе автоинспекторҙар.

Фото №1 - Салауат районында мәктәп автобусы аварияға эләккән

Малдарҙың хужаһы табылған. Ул Дыуан районы фермеры булып сыҡҡан. Республикала уҙған тәүлектә 15 авария теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, 16-һы имгәнгән, тип хәбәр итә автоинспекторҙар. “Миловка паркы” торлаҡ комплексы тирәһендә етди авария теркәлгән. Унда ҙур йөк машиналары бәрелешкән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ