Татарстанда йәшәүсе ир Өфө сиркәүенән ҡиммәтле биҙәүестәр урлауҙа ғәйепләнә

Көндөҙ 23 йәшлек енәйәтсе Изге Николай иконаһын емереп, сиркәүгә руханиҙар бүләк иткән алтын һәм көмөш әйберҙәрҙе урлай. Өфөнөң енәйәтте эҙәрлекләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре урлашыуҙа ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлап, уны Әлмәт ҡалаһында ҡулға ала.

Фото №1 - Татарстанда йәшәүсе ир Өфө сиркәүенән ҡиммәтле биҙәүестәр урлауҙа ғәйепләнә

Изге урында ҡылынған енәйәт эше видеотеркәү ҡоролмаһынан күренә, шуға ла хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала бурҙың уғрының эҙенә төшә. Тикшереү барышында асыҡланыуныса, биҙәүестәрҙе урлағас, ир уны автомобилдә көткән дуҫы менән ваҡиға урынынан ҡаса.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул урланған әйберҙәр менән һатыу иткән. Сиркәү хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене ғәфү итергә әҙер булыуын белдергән, әммә егеткә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.

Автомобиль хужаһын асыҡлағас, ғәйепләнеүсе Әлмәт ҡалаһында ҡулға алынды. Енәйәтселәр хоҡуҡ һаҡсылары менән осрашыуға әҙер түгел ине, шуға ла хеҙмәткәрҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтә алманылар. Әңгәмә барышында улар үҙ ғәйебен таныны.

Автор: Ф. Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ