Подъездарҙы ремонтлау, урам ихаталарын һәм парктарҙы төҙөкләндереү

Республика халҡын ҡыҙыҡһындырған, борсоған көнүҙәк мәсьәләләр. Уңайлы мөхит төбәктең барлыҡ ауыл-ҡалаларына барып етергә тейеш. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләп, мөһим йүнәлештәрҙе билдәләне.

Подъездарҙы ремонтлау, урам ихаталарын һәм парктарҙы төҙөкләндереү

“Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, киләһе йыл республикала 400 күп фатирлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелергә тейеш. Йыл һайын 4 мең подъезды тәртипкә килтереү бурысы ҡуйыла.

Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау программаһы 71 процентҡа үтәлгән. Билдәләнгән пландан Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Мәләүез һәм Белорет райондары ҡалыша. "Төбәк операторы" фонды генераль директоры Павел Сафонов.

Сибай ҡалаһында ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн - 36, йәмәғәт урындарын ремонтлауға - 32 миллион һум аҡса бүленгән. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.

Йылайыр районында һыу селтәрҙәрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ, ти хакимиәт башлығы Илгиз Фәтҡуллин. Төбәктә киләһе йылда ремонтланасаҡ подъездар исемлеге төҙөлгән.

Форум барышында йорт ихаталарҙы, подъездарҙы төҙөкләндереү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, “Яңы йәмәғәт урындары- ауыл-ҡалаларҙа халыҡты йәлеп итеү нөктәләре, “Реаль эштәр”, “Биләмәләрҙе тәртипкә килтереү ҡоралы” тигән темаларға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Уның һөҙөмтәләре буйынса, форум резолюцияһына тәҡдимдәр әҙерләнде. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите”, “Реаль эштәр” проекттарына Рәсәйҙә өс йылда 165 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был проекттар Башҡортостанда ла уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Киләсәктә был проекттарҙы финанслау күләмен арттырыу мөмкинлектәре лә барлана, ти Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин.

Илдә торлаҡ һәм ҡала мөхите ҡағылмаған бер генә кеше лә юҡ. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре шуны танып үҙ эшенә төп баһаны халыҡ күңелендә эҙләй. Халыҡ иһә тирә-яҡтың төҙөклөгөнә ҡарап, властҡа мөнәсәбәтен белдерә.

Автор: Ирек Әхмәтшин

Фото №1 - Подъездарҙы ремонтлау, урам ихаталарын һәм парктарҙы төҙөкләндереү
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ