Был турала бөгөн Өфөлә, ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә белдерелде. 2020 йылдан ғәмәлгә ингән программаға ярашлы, ауыл кешеләренә ташламалы торлаҡ кредиты йылына 3 процент менән бирелә, Башҡортостан был кредитты тағы ла төшөрәсәк. Кәңәшмәлә ауыл ерендә эш урындары асыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уңайлы мөхит тыуҙырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Ер хужаларын көткән яңылыҡтар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Кәзә мал түгел тип шаяртһала рҙа, ваҡ малдың был төрө үрсетеү өсөн бик ҡулай, ите файҙалы, һөтөнән ҡымыҙ бешергә мөмкин, ә мамығынан йылы әйберҙәр бәйләргә була. Ниғмәтуллиндар әйтеүенсә, продукцияны һатыу менән дә проблема юҡ. Эшҡыуарҙарға дәүләт яғынан да ярҙам күрһәтелә, әммә техника һәм һарайҙар етмәй, мал башын 180-дән 100-гә кәметергә тура килде, ти фермер.
"Бай" кооперативы иһә көньяҡ райондарҙың фермерҙарын берләштерә, был зонала мал тотоусылар күп. Кооператив милли ризыҡтар етештереүҙә махсуслашҡан, уларҙың буҙа, ҡорот, эремсектәрен халыҡ яратып ала. Әммә хужалар әйтеүенсә, даими табыш килһен өсөн ҙур селтәрҙәргә сығыу шарт.
Кәңәшмәлә фермерҙарҙы борсоған проблемалар уртаға һалып тикшерелде, сөнки һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡатмарлыҡтары бар. Белгестәр әйтеүенсә, эшҡыуарҙарға иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирә, райондарҙа үҙ эшен асыусылар һаны артҡан.
Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү хаҡында һүҙ барғанда эш урындары асыу ҙа, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү ҙә, уңайлы мөхит тыуҙырыу ҙа күҙ уңында тотола. Глобалләштереү шарттарында был еңел эш түгел, йәштәр ҙур ҡалаларҙа төпләнергә ашыға. Әммә алға китеш бар, 2003 йылдан башлап ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше программаһы сиктәрендә 19 миллиард һум аҡса тотонолған, ошо осорҙа республикала 10 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Быйыл түбән процентлы ауыл ипотекаһы ла ғәмәлгә инә. Займдың суммаһы 3 миллион һумға тиклем, уны үҙ ғүмереңдә бер тапҡыр юлларға була.
Башҡортостан федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү буйынса ла алдынғылар иҫәбендә. Киләһе өс йылда ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә 5 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Белгестәр фекеренсә, комплекслы ҡараш ауыл ерендәге тормошҡа яңы һулыш өрәсәк, тормош сифатын яҡшыртасаҡ.





