Таналыҡ быуаһында боҙ ҡамауында ҡалған ҡошто ошо ауылда тыуып үҫкән һунарсы Йәмил Иҫәнтаев күреп ҡалып өйөнә алып ҡайта. Әммә үҙе күрше ауылда йәшәгәс, ир аҡҡошто ҡышҡылыҡҡа күршеһе Зөбәйҙә Таулыҡаеваға тапшыра.
Яҙ етеү менән мәрхәмәтле ауылдаштар аҡҡошто кире тәбиғәт ҡосағына ебәрергә йыйына. Инде ике айҙан ашыу кеше тәрбиәһендә булһа ла, ят ҡунаҡ хужаларға бер ҙә эйәләшмәй. Һуңғылары аҡҡоштоң уяулыҡ сифаттарын юғалтмауына шатлана һәм яҙ уның кире үҙ тубына ҡушылыуына ышана.




