Бөгөн төндә Стәрлетамаҡта бер фатир янған. Йорттан 7 кеше сығарылған. Утты һүндергәндән һуң 78 йәшлек ҡатын һәм 45 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.
Әле янғын сәбәптәре тикшерелә, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.




