Бөгөн төндә Мәләүез ҡалаһында көрттә ятҡан, өшөгән 2 йәшлек бала табылған

Был мәғлүмәт урындағы социаль селтәрҙәрҙә сыҡты. Сабый 25 градус һалҡында тышта булған саҡта ата-әсәһе өйҙә йоҡлап ятҡан. Һаулығы ауыр хәлдәге малай урындағы дауаханаға оҙатылған.

Фото №1 - Бөгөн төндә Мәләүез ҡалаһында көрттә ятҡан, өшөгән 2 йәшлек бала табылған

Мәләүез районы тәфтишселәре мәғлүмәте буйынса, ғаилә ҡалаға яңы ғына күсеп килгән, хәүефле төркөм тигән махсус иҫәптә тормаған. Әле бала яһалма тын алыу ҡорамалына тоташтырылған. Иртәгә уны Республика балалар клиник дауаханаһына күсереү планлаштырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ