Мәләүез ҡалаһында урамда 2 йәшлек бала табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Район-ара тәфтиш бүлеге “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше һаулығына ауыр зыян килтереү”, “Хәүефкә дусар итеү” статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Полиция хеҙмәткәрҙәре сабый табылған урынды, ғаиләнең торлаҡ-көнкүреш шарттарын тикшерә. Тәфтишселәр баланың әсәһенән һәм ғаиләнең яҡын туғандарынан һорау ала. 2 йәшлек малайҙың тышта яңғыҙ ҡалыу сәбәптәре асыҡлана, суд-медицина экспертизаһы үткәрелә. Әле бала яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Иртәгә уны Республика балалар клиник дауаханаһына күсереү планлаштырыла. Әйткәндәй, бөгөн төндә Мәләүездә 25 градус һалҡын булған.




