Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты “Килстройинвест” компанияһы буйынса тикшереүҙе тамамланы. Ойошма етәкселәренә мутлашыу һәм һалым түләмәүгә бәйле ғәйепләү ҡарары сығарылды.
Компания торлаҡ төҙөргә вәғәҙәләп 1 мең ярым кешенән аҡса йыйған. Әммә бурысын үтәмәгән. Компания етәкселәре милке тартып алынған, банк иҫәптәре ябылған. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.




