Өфө районы Тауыш станцияһында барак тибындағы йортто ялҡын ялмап алыуы һөҙөмтәһендә ҡотҡарыусылар һигеҙ кешене, шул иҫәптән ике баланы эвакуациялай. Әммә биш йәшлек ҡыҙға ярҙам итеп өлгөрмәйҙәр.
Ошо уҡ төндә Мишкә районы Баймырҙа ауылында ла кирбес йорт янған. Ирекле янғын һүндереү командаһы вәкилдәре 1939 йылғы ҡатынды ҡотҡарған. Һуңынан улар бүлмәләрҙең береһендә 81 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә юлыҡҡан.
Үлемесле янғын шулай уҡ Баймаҡ районы Аҡморон ауылында ла теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдә 43 йәшлек өй хужаһы һәләк булған.




