Радий Хәбиров Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы коллегияһы ултырышында ҡатнашты

Бөгөнгө сарала уҙған йылғы эш күрһәткестәре ҡаралды, 2020 йылға план билдәләнде. 2019 йылда ведомство судҡа тиклемге эштәрҙе ҡарауҙы яртылаш, тикшереүҙе дауам итеү талабы булған эштәрҙе 25 процентҡа кәметеүгә ирешкән. Радий Хәбиров идаралыҡтың эшен юғары баһаланы, дөйөм һөҙөмтәне яҡшыртыу бурысы ҡуйҙы.

Фото №1 - Радий Хәбиров Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы коллегияһы ултырышында ҡатнашты

“Быйыл беҙ фольклориада уҙғарабыҙ. Унда сит илдәрҙән меңәрләгән кеше килеүе көтөлә, шул осорҙа һеҙҙән тулы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү һорала. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән ваҡытта ла именлек тәү сиратта булырға тейеш. Мин һеҙгә ышанам, уңыштар теләйем”, - тине Радий Хәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ