"Беҙҙең үҙебеҙҙең сағыу һәм үҙенсәлекле, донъяның төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙың хәтерендә оҙаҡ ваҡыт һаҡланырлыҡ һәм сувенир булырлыҡ геройыбыҙ кәрәк. Был эш бик яуаплы, символ Башҡортостанды һынландырырға тейеш, фольклориаданан һуң лайыҡлы дауамын табырбыҙ", тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Конкурсҡа эштәр symbol@folkloriada2020.com. адресына март аҙағына тиклем ҡабул ителә. Еңеүсе Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.





