Йәш ярымлыҡ малай акушерлыҡ фалижы менән яфалана. Сирҙе дауалау өсөн этаплы операция талап ителә. Рәсәйҙә уны Ярославь ҡалаһында эшләйҙәр. Ләкин ғаиләнең был сығымдарҙы күтәрерлек мөмкинлектәре юҡ кимәлендә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ауыртыуға түҙеп кескәй Роберт көнөнә ике тапҡыр күнекмәләр эшләй. Тәү ҡарашҡа ҡәҙимге йәш ярымлыҡ малай, әммә уның уң яҡ ҡулы нескәрәк һәм терһәктән бөгөлмәй.
Малайҙы әсәһе ауыр таба. Һөҙөмтәлә Роберт тыуған саҡта йәрәхәтәләнә – умрау һөйәге һына, уң ҡулы хәрәкәтләнмәй. Бер аҙна балалар табыу йортонда ятҡандан һуң, сабыйҙы Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһына күсерәләр. Унда балаға акушерлыҡ фалижы диагнозы ҡуйыла.
Дауалау өсөн бер нисә этаплы операция талап ителә. Ярославль ҡалаһынан доктор Михаил Новиков ҡулдың хәрәкәтселлеген ҡайтарырға әҙер. Әммә операциялар түләүле, балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән Гөлүзә Бәхтигәрәева өсөн был ҙур сумма.
Робертҡа ярҙам итер өсөн, 5542 номерына «ДЕТИ» һүҙен латин йәки кириллица хәрефтәре менән яҙып СМС-хәбәр ебәрергә кәрәк. Хаҡы – 75 һум. Смстар һаны сикһеҙ. Иң мөһиме, мобиль оператор талап иткән саҡта, аҡса күсереүҙе раҫларға кәрәк. Унан башҡа, «Русфонд»тың интернеттағыибитенә инергә һәм иғәнә ысулын һайларға мөмкин.
Йәш әсә мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына өмөтләнә.




