Иглин районында йәшәүсе Фәниә Бикмөхәмәтованың 90 йәшлек юбилейына хакимиәттән сәй һәм кәнфит бүләк иткәндәр

Көтөлмәгән «йомартлыҡ». Иглин районында йәшәүсе Фәниә Бикмөхәмәтова 90 йәшлек юбилейына ил президентының ҡотлау хатынан тыш, бүләккә урындағы хакимиәттән сәй һәм кәнфит алғайны. Был осраҡ социаль селтәрҙәрҙә, матбуғат сараларында ҙур резонанс тыуҙырҙы. Асыҡланыуынса, Аҡбирҙе ауылы хакимиәте хеҙмәткәренең изге ниәте аңлашылмаусанлыҡтар менән ҡабул ителә. Хәйер, юбиляр ҙа был хәлгә йылмайып ҡына ҡарай. БСТ каналы Хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Фото №1 - Иглин районында йәшәүсе Фәниә Бикмөхәмәтованың 90 йәшлек юбилейына хакимиәттән сәй һәм кәнфит бүләк иткәндәр

Ҡулдарында сағыу гөлләмә, битендә шатлыҡлы күҙ йәштәре. Фәниә Бикмөхәмәтова сираттағы юбилейын балалары, яҡын туғандары менән бергә ҡаршылай. Ыҡсым өйҙә уларҙың барыһына ла урын етерлек. Өҫтәл тулы һый-хөрмәт... Етемлектең әсе елен, һуғыштың аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарын кисергән ханым йәнә хәтирәләргә бирелә. Юғалған бала һәм үҫмер саҡтар, ауыр ер эше, мохтажлыҡ.

Фәниә Бикмөхәмәтова, тыл һәм хеҙмәт ветераны: “Үгеҙ еккән дә, утын ташыған да, 12 генә йәштә булғанмын мин. Колхоз эшен дә эшләйбеҙ, ҡап та һуғабыҙ. Шунан ул ҡапты Өфөгә алып барып тапшырырға кәрәк. Ул буран, ул юл юҡ... Хәҙер генә, Аллаға шөкөр, юлдар шартлап тора”.

Ата-әсәйһеҙ ҡалғас, Фәниә Шәрифйән ҡыҙы ике һеңлеһе менән өләсәһе ҡарауында ҡала, баҫыу эшен бергәләп башҡаралар. Фәриҙә Шәмсетдинова апаһына һәр ваҡыт терәк булырға тырыша. Үгеҙ егеп утын ташыу, ер һөрөү – иң ҙур һынауға әйләнә.

Фәриҙә Шәмсетдинова, хеҙмәт ветераны: “Фәниә апай – башлыҡ, алдан бара, мин ярҙамсыһы. Йырларға шәп булдыҡ. Колхоз үгеҙе менмәһә тау башына, йырлай торғайныҡ. Бейек тауҙы менгән саҡта артҡы аяҡтар тая, ниңә мине этләп егәһегеҙ, колхоз аттары ҡайҙа тип бейеп ебәрә инек, аяҡтар өшөмәй ине шунан”.

Фәниә Бикмөхәмәтова ун дүрт йәшендә үҙенә тағы бер йәш өҫтәтеп Свердловск өлкәһенә торф сығарырға бара. Тыуған ауылына ҡайтҡас, ҡырҡ йылға яҡын колхозда һауынсы булып эшләй. Хаҡлы ялда ла ер эшенән айырылмай, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йорто ла гөл сәскәгә тулған. Тормош иптәше менән бергә ул алты ҡыҙында ла хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй.

Тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәниә Бикмөхәмәтова нәҫелендә йөҙйәшәрҙәр ҙә күп, шуға һуғыш йылдарында сынығып үҫкән ханым киләсәккә өмөт менән ҡарай. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре менән осрашыуҙарҙан һуң үҙен йәшәреп ҡалғандай хис итә. Уртаҡлашыр хәтирәләр күп, шуға сал сәсле ханым яҡындарын һәр ваҡыт тулҡынланып көтөп ала.

Башбат

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ