Уҙған йылда 55 меңдән ашыу енәйәт ҡылыу осрағы теркәлгән. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Рәсәй Тәфтиш комитетының республика буйынса тәфтиш идаралығы судҡа тиклемге эштәрҙе ҡарауҙы яртылаш, тикшереүҙе дауам итеү талабы булған эштәрҙе 25 процентҡа кәметеүгә ирешкән. Енәйәттәрҙе асыу кимәле ил буйынса уртаса күрһәткестән юғары, ти Тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев.
Былтыр идаралыҡта уҙған йылдарҙағы енәйәттәрҙе асыу буйынса махсус бүлек булдырыла. 2019 йылда ғына 178 әүәлге енәйәт ҡаралған.




