Өфөлә ҡыйыҡтан төшкән ҡар фургонға зыян килтерҙе

Бәхетле осраҡ буйынса ғына кеше ғүмеренә зыян килмәне. Күңелһеҙ ваҡиға Өфөнөң «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы янында теркәлде. Автомобиль тротуарҙа туҡтаған булған. Шул ваҡытта бер нисә тонналыҡ ҡар уның ҡыйығына шыуып төшә.

Фото №1 - Өфөлә ҡыйыҡтан төшкән ҡар фургонға зыян килтерҙе

Транспорт сараһы тулыһынса тиерлек ҡар аҫтында ҡала. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡалала ошоға оҡшаш 5 осраҡ теркәлеүе тураһында хәбәр итте.

Автомобилдәргә механик зыян килгән. Яуым-төшөмдөң артыуы һәм ҡапыл йылытыу сәбәпле, белгестәр ҡала халҡына икеләтә иғтибарлы булырға кәңәш итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ