Тулайым алғанда, күрелгән зыянды ҡаплатыу суммаһы 256 миллион һум булған. Ведомство коллегияһында республика етәксеһе Радий Хәбиров тәфтишселәрҙе иҡтисад һәм коррупция енәйәттәре менән көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Илдә Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән иҡтисадта һәм социаль өлкәлә киң үҙгәртеп ҡороуҙар бара.
Төбәктәр милли проекттар сиктәрендә миллиардлаған ресурстар ала. Был аҡсаға балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар һәм дауаханалар, торлаҡ йорттар һәм юлдар төҙөлә. Шуға ла контроль етди булырға тейеш, тип билдәләй төбәк башлығы.




