Бөгөн Хөкүмәттә үткән “Мәғариф сәғәте”ндә белем биреүгә ҡағылышлы халыҡ мөрәжәғәттәре ҡаралды. Унда Әбйәлил районында балаларға боҙолған татлы эремсек таратыуҙары асыҡланды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләһен етди күҙәтеүгә алырға һәм даими хәбәр итеп барырға ҡушты. Намыҫһыҙ туҡланыу операторҙары менән башҡаса эшләмәҫкә һүҙ бирҙе.





