Акция туған телдәр көнөнә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторола. Диктант өсөн яҙыусы-яугир Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған. Башҡорт дәүләт университетында рус, сыуаш, удмурт телдәрендә, Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт, татар һәм марий телдәрендә диктант яҙырға мөмкин.





