Был хаҡта бөгөн Белорет ҡалаһында үткән йәмәғәт тыңлауҙары барышында әйтелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 550 метр оҙонлоҡтағы ағас күпер былтыр сафтан сыға. Был объект «Вечный зов» киносериалы төшөрөлгән урын булараҡ киң билдәле. Ошо күпер аша сығып, меңәрләгән яугир һуғышҡа китә, йылдар дауамында заводҡа эшкә йөрөй. Иҙел башында йәшәүселәр күпергә бәйле төрлө фекерҙә.
Берәүҙәр тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә булған объектты төҙөкләндереү яҡлы булһа, бәғзеләр башҡа төр проблемаларҙы хәл итергә саҡыра.




