Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Иван Грен ҙур десант карабының командирҙарын ҡабул итте

Осрашыу Республика йортонда бөгөн үтте. Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙе байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе, Ватанды һаҡлауҙа уяу булыуҙарын һораны.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Иван Грен ҙур десант карабының командирҙарын ҡабул итте

Башҡортостан менән Иван Грен ҙур десант карабы командованиеһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа яҙылыуынса, республика карапты шефлыҡҡа ала. Уға ярашлы, берлектә хәрби-патриотик саралар уҙғарыу, республиканан карапҡа ижади коллективтар ҡатнашлығында концерт-смотрҙар ойоштороу, карапта хеҙмәт итеүгә Башҡортостан егеттәрен ебәреү ҡарала.

Иван Грен Төнъяҡ флот составында хеҙмәттә тороусы хәрби десант карабы. Ул вице-адмирал Иван Грен хөрмәтенә аталған. Хәҙер карап өҫтөндә Башҡортостан флагы ла күтәреләсәк.

Волна
Акции БСТ