Башҡортостан депутаттары ҡурсаулыҡ биләмәһендә йәшәүселәр өсөн закондарҙы “йомшартасаҡ”

Еләк, мүк йыйырға ярамай, мал көтөү тыйыла, бесән сабыу закон менән эҙәрлекләнә. Машина, хатта атта ла урманға инергә ярамай. Ҡайҙан инде утын ҡырҡыу. Ярай ҙа ҡыу ағастарҙы алып ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Юҡ, аҫабалыҡты юҡҡа сығарған батша заманы тураһында түгел һүҙем. Беҙҙең заманда айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә йәшәүселәр хаҡында.

Фото №1 - Башҡортостан депутаттары ҡурсаулыҡ биләмәһендә йәшәүселәр өсөн закондарҙы “йомшартасаҡ”

Башҡортостан биләмәһендә 3 дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, 1 милли парк, 4 тәбиғи парк, 29 дәүләт тәбиғәт заказниктары бар. Улар үҙ эсенә байтаҡ ауылдарҙы алған. Дөрөҫ, кемдәрҙер ҡурсаулыҡта йәшәүҙең тик яҡшы яҡтарын ғына күрә, шулай ҙа ҡағиҙәләр үтә лә ҡаты булған биләмәләр ҙә күп. Унда иһә халыҡтың иркенләп йәшәүгә ҡулы бәйле була. Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары был ғәҙелһеҙлекте юҡҡа сығарырға ниәтләнә. Ни тиклем көнүҙәк был мәсьәлә? БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ҡурсаулыҡтарға сәфәр тотто.

Харис Юлдашев Күгәрсен районы Түләбай ауылында тыуып-үҫкән. Атай нигеҙен ташламай ошонда уҡ төпләнеп, донъя көтә. Тормош иптәше менән бергә ҡош-ҡортон, мал-тыуарын да күпләп аҫрай. Юлдашевтар тәбиғәт заказсыһы биләмәһенә ингән ауылда йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан утын-бесәндән өҙөлмәй.

Ә күрше Әлимғол, йә иһә Кәкүк ауылында йәшәүселәр инде нисәмә йыл зәңгәр яғыулыҡты көтөп ала алмай. Айырыуса һаҡланған биләмә булыуға бәйле газ торбаларын һалыу кисектерелә килә. Ерҙе рөхсәттән тыш соҡорға ярамай.

Ә Белорет районындағы ҡурсаулыҡ иһә республикала иң ҙурҙарынан һанала. Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы Башҡортостандан тыш, Силәбе өлкәһен дә үҙ эсенә ала. Йылға-тауҙар менән бергә, айырыуса һаҡланған биләмәлә урынлашҡан.

Төбәктең Инйәр ауылы биләмәһенә ҡараған 21 ауылдың 11-е тап ҡурсаулыҡта урынлашҡан. Бында иһә закон 70-се йылдар аҙағынан ғәмәлдә. Шуға ла Манышты кеүек башҡа ауылдарҙа ла тәбиғәттең хозурлығына иҫең китерлек. Тик йыраҡтан ҡарап ҡына һоҡланырға ярай.

Урманға бөтөнләй инергә ярамай тип тә әйтергә лә тел әйләнмәй. Рөхсәт ҡағыҙың булһа, ҡурсаулыҡтың бар матурлығы менән яҡындан танышырға мөмкин.

Иҙел башындағылар ҡурсаулыҡтың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын мәктәп партаһынан өйрәнә. Нисәмә быуын алмашыныуға ҡарамаҫтан урындағы тәртипте улар яҡшы белә.

Тимәк, айырыуса һаҡланған биләмәлә йәшәүселәр менән ҡурсаулыҡ араһындағы бәйләнеш күптән булдырылған. Ниндәйҙер һорау сыға ҡалһа, яуаплылар мәсьәләне хәл итергә тырыша тигән һүҙ.

Быйыл ҡурсаулыҡтар һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ингән ауылдар был статустан сығарылыуы ихтимал. Һорау Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышында күтәрелде.

Баҡтиһәң, мәсьәлә бығаса ла ҡаралған булған.

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә йәшәүҙән, ғөмүмән, урындағы халыҡ төңөлмәгән. Ҡурсаулыҡ икән, тимәк, беҙ ҙә яҡлаулыбыҙ тигән фекерҙә улар. Ә инде был статус алына ҡалһа...

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ