Республиканың баш ҡалаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап хәрби парад үтте

Мөҡсинов урамында ойошторолған сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Парад алдынан уның төп геройы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы яугире Мөғин Нагаевҡа Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Быйыл 4 ғинуарҙа ветеранға 102 йәш тулды. Геройҙан өлгө алабыҙ, уға ҡарап һоҡланабыҙ, ти йәш быуын вәкилдәре Дарья һәм Тимур.

Фото №1 - Республиканың баш ҡалаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап хәрби парад үтте

Артабан республика башлығы Өфө хәрби ветерандар госпиталендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделхәй Зариповты тәбрикләне һәм уны ла Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләне.

Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында тантаналы шарттарҙа тағы ла 6 замандашыбыҙға Шайморатов ордены тапшырылды. Зөһрә Арсаева яҙмаһы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ