Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ирҙәренең Топ-20 исемлегендә

«Медиалогия» компанияһы уҙғарған медиарейтинг һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан етәксеһе илдә иң күп телгә алынған көслө зат вәкилдәре араһында 12-се урынды биләй. Рейтингты Рәсәй Президенты Владимир Путин аса. Артабан илдең Хәүефһеҙлек советы рәйесе Дмитрий Медведев, дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Сит ил эштәре министры Сергей Лавров килә. Радий Хәбиров Оборона министры Сергей Шойгунан ҡала 12-се урында.

Башҡортостан башлығынан һуң Патриарх Кирилл 13-сө урын яулаған. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 14-се, Чечен Республикаһы Президенты Рамзан Ҡадиров 17-се һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов 19-сы урында. Рәсәй ирҙәре рейтингы 19 февралдә иҫәпләнгән.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ