Архангел һәм Белорет райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙа боҙлауыҡ хасил булды, күреү мөмкинлеге кәмене. Шунлыҡтан Өфө-Инйәр-Белорет һәм Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлдары участкаларында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнде.
Бөгөн киске сәғәт алтынан йөк автомобилдәренә, пассажир автобустарына һәм маршрут таксиҙарына был арауыҡта йөрөү тыйыла. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, һауа торошо яҡшырһа, сикләү төнгө 12-нән һуң ғәмәлдән сығыр тип көтөлә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡыра.



