"Юл эксперты" тигән махсус ҡушымта әҙерләнә. Уның ярҙамында юл соҡорҙары тураһында мәғлүмәттәр туплана, ремонт барышын даими күҙәтеп барыу мөмкинлеге була. Ҡушымта киләһе айҙа әҙер булырға тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда юл ремонты әленән үк алып барыла. Көн һайын соҡорҙарҙы ямау өсөн 5 тоннаға тиклем асфальт отонола.




