Республика парламентарийҙары бөгөн ҡабул иткән закон быға булышлыҡ итер тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта участка алырғамы, әллә 250 мең һуммы – һәр ғаилә үҙе хәл итәсәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡо ролтайҙың сираттағы ултырышында шулай уҡ балаларға йәйге ваҡытта комендант сәғәтен ҡыҫҡартыу тураһында законға төҙәтмә индерелде.
Индустриаль парктар, сәнәғәт технопарктарының идарасы компанияларына һәм уларҙың резиденттарына 10 йыл дауамында һалым түләүҙә ташлама менән файҙаланыу хоҡуғы биреләсәк. Был турала законға үҙгәреш индереүҙе парламентарийҙар беренсе уҡыуҙа ҡараны һәм шунда уҡ ҡабул итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышынан БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ер урынына аҡса. Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың ун туғыҙынсы ултырышында был турала законға үҙгәреш проекты икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙы үтте һәм ҡабул ителде. Йыйылышта 40-ҡтан ашыу мәсьәлә ҡаралды.
Тәфтиш идаралығы етәксеһе енәйәт ҡылыу сәбәптәре һәм уларҙы бөтөрөү буйынса саралар тураһында доклад менән сығыш яһаны.
Сыйырсыҡ оялары.Тәфтиш комитеты тарафынае етем һәм әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға дәүләттән бирелгән торлаҡ сифатының күп осраҡта талаптарға яуап бирмәүе билдәләнде.Был проблеманы төрлө яҡлап хәл итеү юлдарын ҡарарға тәҡдим ителде.
Шәхси йорт төҙөлөшө өсөн түләүһеҙ ер участкаһы алыуға хоҡуғы булған өс йәки унан күберәк бәлиғ булмаған балалы граждандарға, шулай уҡ бәлиғ булмағае инвалид бала тәрбиәләүселәр бынан ары ер участкаһы урынына 250мең һум алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Сөнки Өфөлә генә лә ошо категорияға ҡараған ете мең тирәһе ғаилә сиратта тора. Законға үҙгәреш проблеманы хәл итер тип көтөлә.
Быйылдан календарҙа яңы ҡыҙыл дата барлыҡҡа киләсәк. 13ноябрь – данлыҡлы 112 башҡорт кавалерия дивизияһы көнө булараҡ билдәләнәсәк.Депутаттар байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында ҡануниәткә ошондай үҙгәреш индереүҙе хупланы.
Йәйге осорҙа,атап әйткәндә беренсе майҙан 30 сентябргә тиклем төнгө впҡытта яҡындары оҙатыуынан тыш 17йәше тулмаған балалар йәмәғәт урындарында 11 гә саҡлы йөрөй ала. Быға тиклем закон буйынса төн уртаһы еткәнсе рөхсәт ителә ине.
Дағстан республикаһында 1999 йылда самооборона отрядтарында ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫәбенә индереү тәҡдиме булды.
Ултырышта республиканың бер нисә төбәге суд участкаларына мировой судьялар вазифаларына кандидаттар раҫланды.Шулай уҡ республика парламентына Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшерелде.
Автор: Рәмилә Исмәғилева.





