Иглин районының биш ауыл хакимиәте урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыуға заявка тапшырған

Тауыш биреү юлы менән ауыл халҡы юлдар ремонтлауға өҫтөнлөк биргән. Мәҫәлән, Таутөмән ауылының Крупская урамына ҡырсынташ түшәү талап ителә.

Конкурста еңеп сыҡҡан осраҡта ремонт эштәре урындағы хакимиәт, бағыусылар һәм ауыл халҡы иҫәбенә финансланасаҡ. Иглиндар шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмаларын ремонтлау, спорт майҙансығы төҙөү һәм махсус техника һатып алыу буйынса проекттарын тәҡдим иткән.

Фото №1 - Иглин районының биш ауыл хакимиәте урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыуға заявка тапшырған

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ