Һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе Баймаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре өсөн эҙһеҙ үтмәне.
Был көндәрҙә торлаҡ менән идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәре башлыса, күп ҡатлы йорт алдарын һәм ҡыйыҡ баштарын ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Сөнки ҡар һәм боҙбармаҡтар ишелеп төшөп кеше һаулығына һәм транспортҡа зыян килтереүе ихтимал.
«Торлаҡ фонды менән идара итеү» компанияһында өс йылдан ашыу урам һепереүсе булып эшләгән Бакир Мөхәмәтрәхимов күп ҡатлы һигеҙ йортто хеҙмәтләндерә.
Автор: Рәмилә Исмәғилева.




