Башҡортостандан биш проект Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү конкурсында яуланған гранттар күләме буйынса республиканы беренсе урынға сығарҙы.
Конкурс йомғаҡтары Төмәндә тамамланған Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр форумында билдәле булды. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев ҡатнашҡан форум еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды.
Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса конкурста 286, шул иҫәптән Башҡортостандан 11 проект ҡатнашҡан. Улар араһынан федераль конкурс комиссияһы 80 еңеүсе проектты һайлап алған. Беҙҙең республиканан был проектта 400 миллион һумлыҡ грант яулаған биш проект еңеп сыҡты.
Мәләүез ҡалаһының тарихи үҙәген тергеҙеү, Яңауылда «Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы» йәмәғәт транспорты системаһын булдырыу, Ағиҙел ҡалаһы үҙәгендә «Ағиҙел тулҡындары» яңы йәмәғәт биләмәһен булдырыу, Дүртөйлөлә ҡала үҙәген үҙгәртеп ҡороу һәм Николо-Березовка ауылында тарихи ансамбль булдырыу проекттарын жюри иң яҡшылары тип тапҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса гранттар конкурсы 2018 йылда Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәй Хөкүмәте һәм Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынын ойошторолғайны. Артабан конкурсты «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә йыл һайын уҙғарырға ҡарар ителде.
Гөлдәриә Йосопова.




