Ялҡын телдәре һәм ҡуйы ҡара төтөн шаһиттарҙың видеокамераларына эләкте. Янғын 600 квадрат метрға таралып өлгөрҙө. Уны һүндереүгә 6 берәмек техника һәм 17 хеҙмәткәр йүнәлтелә.
Утҡа ҡаршы көрәш өс сәғәттән ашыу дауам итә. Кеше ғүмеренә зыян килмәгән. Яҡынса мәғлүмәт буйынса келәт Шишмә элеваторының Бөрө бүлексәһенә ҡараған.




