Хәсән Иҙиәтуллин бөгөн генә эске кисерештәргә бирелде, ә бына бәлә көнө юғалып ҡалмай. Малдарҙың һыу аҫтында ҡалыуын күргәс тә, уларҙы ҡотҡарырға йүгерә. Оператив хеҙмәттәй берҙәм эш итергә тура килә.
Аттар тотош кәүҙәһе менән мәке һымаҡ урында, күлдең тәрәнлеге дүрт метрға тиклем етә. Йәғни, бер генә яңылыш хәрәкәт тә бәләгә килтереүе ихтимал ине. Һәр секунд иҫәптә. Арҡан, тростар, ҡулға нимә эләгә – аттарҙың муйынына кейҙерелә. Ҡеүәтле техника малдарҙы һөйрәп сығарыуҙа төп терәк була.
Ваҡиға урыны ферманан 150 метр алыҫлыҡта. Был күлгә малдар һыуэсергә йөрөй. көндәр йылы тороу сәбәпле өйөрҙәге600 баш малдың 11-е боҙ аҫтына китә.
Ҡар бар эҙҙәрҙе лә күмә, биләмәлә әле йөрөү ҙә хәүефле... Аттарҙы сығарыуҙа ете кеше ҡатнашҡан, барыһы ла хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Ир-егеттәр билдәләүенсә, бейәләрҙең күҙендә ҡурҡыуҙан бигерәк йәшәүгә ынтылыш көслө була.
Ҡотҡарыу операцияһы ни бары ун минут дауам итә, йәғни бер бейәне сығарыуға яҡынса бер минут талап ителә. Быны видеояҙма ла дәлилләй.
Сәғитйән Иҙиәтуллин экшн-камераға төшөрөлгән кадрҙарҙы социаль селтәргә һала, бөгөн ҡотҡарыу операцияһы биш миллионға яҡын кешенең күңелен яулаған. Ир-егеттәргә интернет аша донъяның төрлө ҡитғаһынан рәхмәт хаттары килә.
Аттар өшөп өлгөрмәй, шулай ҙа бер-ике көн ҡарау аҫтында була. Әле өйөр менән бергәләр. Иң мөһиме, буласаҡ тоҡомға зыян килмәгән.
Борсолорға сәбәп юҡ, шулай ҙа урында хәүефһеҙлек талаптары көсәйтелә. Малдар даими күҙәтеү аҫтында. Күлгә юл ябылған, мал һуғарыу урыны хәҙер хужалыҡтың икенсе яҡ өлөшөндә.
Хәсән Иҙиәтуллин 35 йылға яҡын башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. Был эшкә ул балаларында ла һөйөү тәрбиәләгән. Ғаилә эше, тормош мәғәнәһе. Шуға күрә йүнсел «юғалтыуҙы үҙемә ғәфү итә алмаҫ инем» тип билдәләй. Әйткәндәй, ул ҡотҡарылған бейәләрҙең ҡолондарын күрһәтергә вәғәҙәләне. Был инде бөтөнләй икенсе сюжет темаһы. Уңышлы финал.
Гөлназ Хәйбуллина.




