Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә төпкөл ауылдарҙа йылҡы малы абруйы тағы арта. Был берҙән яғыулыҡҡа, техниканың алмаш өлөштәренә хаҡ күтәрелеүгә бәйле булһа, икенсенән, төпкөлдә юлһыҙлыҡ һаман да көнүҙәк мәсьәлә. Трактор, машиналарға ышанып бер осорҙа бөтөнләй аттан баш тартҡан хужалар хәҙер сбруй йүнәтә. Әммә уныһы инде хәҙер дефицит. Элекке кеүек еңел генә табып булмай. Иҫкеләренә күҙ төбәп торола. Тире бит ауылдарҙа эшкәртелмәй, кейеҙ ҙә бик һирәк баҫыла. Дуға бөгөүселәрҙе көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә табып булмаҫлыҡ. Шулай ҙа оҫталар бар әле. Улар был аҙнала Иҙел башында йыйылды. Тотош райондың ат йыһаздарын эшләүселәре Ботай ауылында үткән «Тоғро дуҫ та, таяныс та төпкөл ауылда ат» тип аталған байрамда кәсеп серҙәре төшөндөрҙө.
Аҡбәкәле Ботай ауылынан Марат Ҡотлобаевтың донъяһы. Йәйгеһен бесән эшләргә лә, утын әҙерләрәгә лә әлегә шул бейәһен егә. Баш ҡалала уҡып йөрөгән балаларын да санаға ат егеп ҡаршылай. Көрттә машиналар бата. Дүрт тояҡлы транспортта ауылға тиклем юлды йырлап үтергә мөмкин.
Марат Егәҙе ауыл биләмәһендә ағас сана эшләүсе, дуға бөгөүсе, күреп үреүсе булараҡ та танылған. Кәсепте олатаһынан үҙләштергән. Күреп өсөн муйыл сыбыҡтарын ҡуллана. Ҙур кәрзинде хәтерләткән йыһаз ауыл ерендә төрлө маҡсатта ҡулланыла. Ғәҙәттә, ул ат санаһы өҫтөнә беркетелә.
Ат сбруйы ысынлап та, ваҡыт һынауын үткән йыһаз. Төп урынды бында йүгән, дилбәгә, ҡамыт һым ыштыйа биләй. Тәртәләр дуға менән беркетелә һәм ыңғырсаҡ аша үткән һыртыҡ бауы менән күтәртелеп ҡуя.
Боронғо кәсептәрҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтең маҡсатында Иҙел башында күләмле байрам ойошторолдо. Ул таяныс та, тоғро дуҫ та төпкөл ауылда ат тип аталды. Һөнәрҙәрен күрһәтергә райондың оҫта шорниктары йыйылды.
Баҡый ауылынан Әбүзәр Фәйзуллин септәләре менән танылған. Заказдарҙы оҫта хатта «Аҡбуҙат» ипподромынан ала. Баш ҡала вәкилдәре йүкә ҡабығынан үрелгән ямпаны шаяртып «ат бәлтәһе» тип йөрөтә.
Фәрит Ғәзизов Ботайға Ҡаһарман ауылынан ҡунаҡҡа килгән. Оҫта буш ваҡытында ыштыя үрә. Элек ғәҙәттә уны ҡайыштан теккәндәр. Әммә тире ҡиммәткә төшә. Шуға ла уҙаман сбруйҙың төп өлөштәренең береһен шпагат ептән үрергә өйрәнеп алған.
Егәҙе ауыл биләмәһендә хужалыҡта ат киңерәк ҡулланыла башлауы осраҡлы түгел. Ауылдар төпкөлдә урынлашҡан, район үҙәгенә лә кәмендә 100 саҡырым. Заман ҡаҙаныштарынан ни бары электр ғына. Газ, интернет тураһында хыялланырға ғына ҡала. Кеҫә телефондары ла тау башында ғына тота. Ауыл биләмәһенән эргәләге Ғафури, Бөрйән, Ишембай райондарына урман һуҡмаҡтары буйлап ат менән генә үтеп була. Егерменсе быуат башындағы иҡтисади шарттарҙа тороп ҡалған халыҡҡа, шул осорҙағы хужалыҡ итеү алымдарына күнегергә тура килә.
Һуңғы йылдарҙа цивилизацияға яҡын төбәктәрҙә лә йылҡы малына иғтибар арта. Кемдер сабыш аттарын үрсетә, кемгәлер ҡымыҙ, ит кәрәк. Әммә хәҙер ат менәм тиһәң йүгәнен табып булмай, эйәрҙәр ярты машина хаҡына. Спорт бит ғәҙәттә байҙар өсөн. Сбруй тураһында һүҙ ҙә юҡ. Элек магазинда ирекле һатыуҙа булған йыһаздарҙы бөгөн шәм яҡтыртып эҙләһәң дә табып булмай. Олатайҙарҙан ҡалған ҡамыт, ыштыя, ыңғырсаҡты ауыл ерендә күҙ ҡараһылай һаҡлайҙар. Был осраҡта өмөт тап кәсепселәрҙә. Ата-олатайҙарҙың аманаты итеп һаҡлап килгән һөнәрҙәрен улар йәш быуынға тапшырырға ла әҙер, тик был эште ойоштора белергә генә кәрәк.
Ат элек-электән халҡыбыҙҙың тоғро дуҫы һәм таянысы булған. Төпкөл ауылдарҙа ғына түгел. Йылҡы малын үрсетеүгә дәүләт кимәлендә иғтибар артҡан осорҙа сбруй етештереүҙе яйға һалыу ҙа көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Был йәһәттән, ата-бабаларҙан ҡалған һөнәрҙе мираҫ итеп һаҡлап килгән оҫталарға ярҙам күрһәтеү, уларҙың эшен киңәйтеү өсөн мөмкинлек булдырыу ҙа төбәк һәм муниципаль кимәлдәге власть органдары өсөн мөһим бурыстарҙың береһе тигән фекерҙә белгестәр.
Рафиҡ Әхмәтшин.




