"Иртәгә плей-офф!": Башҡорт йырҙары хоккейҙағы мөхитте билдәләй

Ә уға тиклем Башҡортостан командаһына даими чемпионатта тағы ла ике осрашыу уҙғарырға ҡалды. Әле үк билдәле булыуынса, яҡташтарыбыҙ Гагарин кубогының беренсе этабын Нур-Солтан йәки Балашиха ҡалаларында  башлаясаҡ. Эксперттар фаразлауынса, плей-офф һөҙөмтәләре буйынса «Салауат Юлаев» клубының, шул иҫәптән Николай Цулыгиндың да артабанғы яҙмышы хәл ителә.

Көйәрмәндәр иһә идаралыҡ, команда эсендәге ҡотҡоларға иғтибар итмәй яратҡан командаһына ҙур өмөттәр бағлай. Спортсылар менән бергә финал уйындарға әҙерләнә. Кемдәрҙер костюмдар тегеп кейә, бәғзеләр плакттар әҙерләй, ғөмүмән, хоккейсыларҙы дәртләндереү өсөн нимә генә уйлап сығармай. Боҙҙағылар ҡыҙыҡлы уйын күрһәтмәһә лә, һәр хәлдә көйәрмәндәргә ҡарап һоҡланып ултырасаҡбыҙ..БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов трибуналағыларҙың плей-оффҡа әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡорт атлылары тураһындағы йырҙы хәҙер юлаевсыларҙың өйҙәге барлыҡ уйындарында ла тыңларға мөмкин. Уның тап быйылғы миҙгелдә яңғырауы айырыуса әһәмиәтле. Сөнки Рәсәй халҡы тиҙҙән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ә был алышта Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге атлылар дивизияһы тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Әйткәндәй, «Арғымаҡ» төркөмөнөң боҙ һарайында яңғыраған был һуңғы ижады ғына түгел. Рухлы егеттәрҙең тағы ла «Беҙ бергә» йыры ла юлаевсыларҙы яңынан-яңы еңеүҙәргә әйҙәй. 

Rena Rnt башҡарыуындағы «Ҡорот» йыры ла ҡеүәтле акустик колонкаларҙа йыш яңғырай. Рус телендә булһа ла, уның һүҙҙәре башҡорт халҡының милли ризығын данлауы менән әһәмиәтле. Бынан тыш, Диана Ишниязова, Зәйнетдин кеүек сәнғәт оҫталарының ижады ла хоккей репертуарын байыта. Ә инде Вәсилә Фәттәхованың «Тыуған яҡ» йыры көйәрмәндәрҙең иң популяр хиттарының береһенә әйләнгән.

Юлаевсыларҙың үҙ боҙондағы уйындары мәлендә ниндәй композиция яңғырауы ошо бүлмәлә хәл ителә. Көйәрмәндәрҙең күңелен күтәреү өсөн заманса техника ярҙамында һәр кемгә таныш, шул уҡ ваҡытта моңло йырҙар ҡуйыла. Ә был йырҙарҙың бер өлөшө башҡорт телендә булыуы хоккей һөйөүселәрҙе рухландырып, яратҡан командаһы өсөн тағы ла нығыраҡ янып-көйөргә булышлыҡ итә.

«Өфө-Арена»ғы диджейҙар тағы ла тиҫтәгә яҡын милли моңдар яңғырата. Был йырҙар паузалар мәлендәге бушлыҡты тулыландырып ҡына ҡалмай, шулай уҡ боҙ һарайындағы атмосфераны ла билдәләй. Ә боҙ һарайындағы һауа торошо күберәк юлаевсыларҙың нисек уйнауҙарына бәйле. Быйылғы миҙгелдә улар үҙенең тоғро көйәрмәндәрен йыш ҡына һалҡын душ менән ҡойондорһа ла, йәшел йөрәклеләрҙә булған мөхәббәт бер минутҡа ла һүрелмәй.        

Милли йыр-моңдар хоккейсылар өсөн дә ят түгел. Әлбиттә, улар пауза мәлендә күберәк тренерҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға тырыша. Әммә ...

Юлаевсылар ҡатнашлығындағы уйындарҙы зәңгәр экрандар аша саф башҡорт телендә лә ҡарарға мөмкин. Һәр осрашыуҙың милли моңдар менән үрелеп барыуы һәр кемдә лә ыңғай тәьҫораттар уята. Шуға ла ареналағы башҡорт йырҙары күберәк булырға тейеш,ти хоккей комментаторҙары.  

Көйәрмәндәр үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Өфөнән Багаевтар юлаевсыларҙың плей-оффҡа сығыу хөрмәтенә йыр ижад итеп, уға клип та төшөргән. Һәүәҫкәр видеояҙма ғына булыуына ҡарамаҫтан, клипҡа бар күңелебеҙ һалынған, ти егеттәр. Ә иң мөһиме төп роль өсөн милли батырыбыҙ образын да уйлап тапҡандар.  

Салауат Юлаев кейемендәге Флоридты бөгөн юлаевсыларҙың өйҙәге бар уйындарында ла осратырға  мөмкин. Йәшел йөрәкле көйәрмәндәр трибуналағы милли батырыбыҙ образын ихлас күңелдән ҡабул иткән. Уның менән төшкән фотолар бөгөн күптәрҙең сәхифәләрендә йөҙҙәрсә лайк йыя.   

Юлаевсылар былтыр конференцияның финалына сыҡҡан осраҡта, Башҡортостан башлығы конькиға баҫырға вәғәҙә биргәйне. Әйткән һүҙ, атҡан уҡ тигәндәй, быйыл Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хоккей уйнай башлауы тураһында белдерҙе. Сираттағы плей-офф алдынан республика етәксеһе үҙенең алдында ниндәй бурыс ҡуйыуын әлегә әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөләге урамдарҙың береһенә Сергей Михалевтың исемен биреү тәҡдимен хупланы.   

Фото №1 - "Иртәгә плей-офф!": Башҡорт йырҙары хоккейҙағы мөхитте билдәләй

И.Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ