Республикала 2014 йылдан эшләп килгән урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына Баҡалы районы Әхмәр ауылы халҡы ла ҡушылды. Мәҙәниәт йорто алдына ҡуйыласаҡ обелискта улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан ауылдаштарының иҫтәлеген мәңгеләштерергә иҫәп тота. Тулыраҡ сираттағы яҙмала.
Баҡалы районының Әхмәр ауылында бөгөн ни бары 22 йорт, 33 кеше йәшәй. Бәләкәй генә ауыл Бөйөк Ватан һуғышына йөҙҙән ашыу яугир оҙатҡан. Уларҙың ҡырҡ һигеҙе яуҙа ятып ҡалған һәм хәбәрһеҙ юғалған. Ауыл уртаһына һәйкәл ҡуйыуҙың тағы бер сәбәбе бар.
Хәтер таҡтаһында 102 кешенең исеме яҙыласаҡ. Яугирҙар исемлеге төҙөлгән, обелисктың проекты әҙер, ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн халыҡтан аҡса йыйылған. Республиканан финанс ярҙамы ғына көтәләр. Бар эштәр менән Илфир Мөхәмәтдинов етәкләгән ойоштороу төркөмө шөғөлләнә. Сираттағы йыйылышта билдәләнеүенсә, һәйкәл көҙгә ауыл уртаһына ҡуйылырға тейеш. Әхмәрҙәрҙең артабан клубты ремонтларға ла уйы бар. Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһендә республика программаһы сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарылған.
Был һәйкәлде ҡуйыу әһәмиәтле тип уйлайым. Сөнки ауылда йәшәгән, ситтән ҡайтҡан йәштәр ата-бабаларын, нәҫелдәрен белеп, уларҙың батырлығын иҫкә алырға тейештәр.
Ауыл уртаһында һәйкәл асылыуын Әхмәр ағинәйҙәренең береһе Ғәлимә Фәтхуллина ла тулҡынланып көтә. Был яугирҙарҙың ғына түгел, ошо ауылдың тарихында үҙ эҙен ҡалдырған бар билдәле шәхестәрҙең дә иҫтәлеген мәңгеләштереү булыр ине, ти ул.
Изге башланғысҡа ауыл халҡы ғына түгел, Әхмәрҙә тыуып үҫеп, ситтә йәшәүселәр ҙә ҡушылған. Урындағы етәкселәр ауылды һаҡлап ҡалыуға, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуға күп көс һала. Был йәһәттән район хакимиәте ярҙамын да тоя улар. Мәҫәлән, 2019 йылда Әхмәр ауылына килгән юлды төҙөкләндереүгә 4 млн һум аҡса тотонолған. Бәләкәй генә ауылда шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар. Улар ололарға, ауыл халҡына ҙур ярҙам күрһәтә. Үткәнен онотмаған, бөгөнгөһөн хәстәрләгән халыҡтың киләсәге лә өмөтлө.
Айгөл Мөхәмәтғәлиева.







