Башҡортостанда бер ир миллион һумға алданған

Башҡортостанда бер ир миллион һумға алданған

Билдәһеҙ кеше 46 йәшлек иргә шылтыратып үҙен банк хеҙмәткәре тип танытҡан. Мутлашыусыларға ҡаршы саралар күренә тип ышандырған, банк картаһында яҙылған һандарҙы әйтеүен һораған.

Фото №1 - Башҡортостанда бер ир миллион һумға алданған

Икенсе көндө уға тағы шылтыратып һаҡлыҡ кенәгәһендә булған аҡсаһына хәүеф янауы тураһында белдергәндәр. Учалы районынан ышаныусан ир бөтә аҡсаһын алып мутлашыусылар әйткән иҫәпкә күсергән. Фатир алыр өсөн йыйылған 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһыҙ ҡалған. Был хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә. 

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ