Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Үҙәк баҙар янында ойошторолған парковкалағы тәртипһеҙлеккә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Мэр биләмәне тәртипкә йыйыштырырға ҡушты. Кире осраҡта быға яуаплы вазифа биләүселәрҙе эштән бушатыу менән янаны. Яңыраҡ социаль селтәрҙәрҙә тәртипһеҙлекте фашлаусы фото таралды. Һүрәт авторы: «Был Үҙәк баҙар. Ҡала уртаһында тау һымаҡ өйөлөп сүп ята. Хакимиәт, һеҙ ҡайҙа ҡарайһығыҙ?», тип яҙып ҡалдырған. Асыҡланыуынса, был урынға республиканың көньяғына йөрөгән таксистар йыйыла.




