"Төбәк операторы" фонды ошо эште башҡарыусы компанияларҙы һайлай. Лифттарҙы алмаштырыу һәм ремонт өсөн 1 миллиард 400 миллион һум бүленә.
Аҡсаның ҙур өлөшө Өфө, Октябрьский, Күмертау, Нефтекама, Межгорье, Благовещен ҡалаларына йүнәлтелә. Уларҙа 300-ҙән ашыу лифт ремонтлана.





