Баш ҡала үҙәгендә һалынған күп ҡатлы йорт файҙаланыуға былтыр уҡ тапшырылырға тейеш була, әммә йорт хужалары үҙ асҡыстарын ала алмай. Улар фатирҙарында хатта ремонт эшләү мөмкинлегенән мәхрүм, сөнки торлаҡта һыу һәм ут уткәрелмәгән. Зыян күреүселәр араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла бар. Артабан киләһе яҙмала.
93 йәшлек Әмирхан Садиҡовтың күпләп миҙалдары бар һәм Бөйөк Еңеү көнөн ул йылдағыса түҙемһеҙләнеп көтә. Уның йәшлек йылдары Тымыҡ океан сиктәрендә хәрби хеҙмәт яланында үтә. Ветеран иҫтәлектәре буйынса, немецтар яғында һуғыш алып барған япон хәрбиҙәре көнөн дә, төнөн дә һөжүм башларға әҙер булған, шуға ла беҙҙең һалдаттарға һәр саҡ уяу һәм иғтибарлы булырға тура килә.
Әммә Еңеү яҙын яҡынайтырға күп көс һалған ветеран сираттағы 9 май байрамын ҡуртымға алынған фатирҙа ҡаршы алырға әҙерләнә. Әмирхән Садиҡовтың улы Марат әйтеүенсә, ул өлкән йәштәге атаһын даими ҡарап, уның сәләмәтлеген күҙәтеп тороу өсөн үҙҙәренең ике йортон һатып Өфө үҙәгендә бер фатир һатып алырға була. Был ниәтте ғәмәлгә ашырыу өсөн улар "Күл буйында йорт" торлаҡ комплексына мөрәжәғәт итә. Әммә ғаилә инде бишенсе йыл үҙ фатирын көтә.
Садиҡовтарҙан башҡа фатир асҡыстарын тиҫтәләгән ғаилә көтә. Улар йортта ремонт та үткәрә алмай, сөнки бинаға һыу һәм электр сымдары үткәрелмәгән. Ҡала хакимиәте вәкилдәре билдәләүенсә, бина йыһаздарын тәртипкә килтереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Һыу мәсьәләһе тиҙҙән хәл итер тип вәғәҙәләнһә лә, электр сымдарын көйләү буйынса әлегә аныҡ ҡына ҡарар сығарылмағаны билдәле. Идара итеүсе компания менән инвесторҙар әле килешеү шарттары буйынса һөйләшәүҙәр алып бара. Шуға ла йорт хужалары ҡасан үҙ фатирҙарына күсә аласаҡ тигән һорау асыҡ ҡала, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әмирхән Садиҡов өсөн дә.
Флорида Ким.






