Өфөлә уҡып йөрөгән Нигерия гражданины Айо Осиа 41 йәшлек ҡатынды көсләүҙә һәм талауҙа ғәйепләнгәйне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереү версияһы буйынса, 2018 йылдың 31 декабрендә студент фәхишәлек менән шөғөлләнеүсе ҡатын менән интернетта таныша. Зыян күреүсе фекеренсә, егет фатирға килә һәм бысаҡ менән ҡурҡытып көсләй, 5 мең аҡсаһын һәм 4 кеҫә телефонын талай.
Айо ғәйебен танымай һәм судьяның үҙенә ҡарата ғәҙел булмауын белдергәйне. 24 йәшлек егет бер йылдан ашыу изоляторҙа ултырған, бөгөн енәйәт эше буйынса сираттағы суд ултырышы үтте. Суд ултырышына Африка егетен яҡлап дуҫтары һәм студенттар килгән.
Суд процессына бөгөн нөктә ҡуйылды. Нигерия егетенә 2 йыл да 4 айға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарылды. Әммә тикшереү эштәре барышында изоляторҙа үткән ваҡыты иҫәпкә алына. Һөҙөмтәлә, Айо иреккә сығарылды. Зыян күреүсе Мария беҙҙең менән аралашыуҙан баш тартты, суд ҡарары менән ул риза түгел.
Әлфинә Килдейәрова.




