Өфөлә ойошма етәксеһе 20 миллион һум урлаған

Өфөлә ойошма етәксеһе 20 миллион һум урлаған

Нефть һәм газ предприятиеларын хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгән компания директорына бәйле енәйәт эшен тикшереү тамамланған. Башҡортостан Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 43 йәшлек етәксе ялған килешеүҙәр буйынса йәнәһе яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн 20 миллион һум үҙләштергән. Әммә аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә тотонған. Ошо сәбәпле 114 хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнмәгән. Ҙур суммала аҡса менән мутлашыу статьяһы буйынса Өфө ҡалаһы Калинин районы суды ойошма етәксеһен 3 йыл ярымға иркенән мәхрүм иткән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ