Өфөнөң үҙ Арбаты барлыҡҡа киләсәк, йәйәүлеләр урамы итеп Октябрь революцияһы һайланған

Был турала бөгөн баш ҡаланың үткән йылдағы социаль-иҡтисади эшмәкәрлегенә арналған ултырышта хәбәр ителде.

Төп күрһәткестәргә килгәндә, былтыр баш ҡаланың бюджеты 33 миллиард һумдан ашыуға тулыланған. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда яҡынса 5 миллиард һумға күберәк. Уның ҡарауы, сығымдар килемгә ҡарағанда әҙерәк булған. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, Өфө сәнәғәт предприятиеларында етештереүсәнлек тә күтәрелгән, һатыуға оҙатылған продукция хаҡы 1 триллион һумдан ашып китә.

Шул уҡ ваҡытта урта һәм эре предприятиеларҙа хеҙмәт хаҡының артыуын һәм уртаса күрһәткестәрҙең 49 мең 394 һумға етеүен билдәләп үтергә кәрәк. Былтыр 720 мең квадрат метр торлаҡ, мәғариф, медицина учреждениелары, спорт объекттары файҙаланыуға тапшырлған. Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, был һандар артында төрлө тармаҡтарҙағы тынғыһыҙ хеҙмәт ята, күп йүнәлештәр буйынса эште яңынан башларға, ойошторорға тура килгән.

Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы етәкселәренә халыҡты ишетә башлауҙары, йәмәғәтәселек менән бәйләнештәрҙе нығытыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ә киләсәк маҡсаттарға килгәндә, торлаҡ төҙөлөшөн тағы ла йәнләндереү һәм алданған өлөшсөлөр һанын кәметеү бурысы тора. Әлбиттә, бер йыл эсендә генә Өфөнө тулыһынса үҙгәртеү мөмкин түгел, әммә алға китеш бар.

Башҡортостандың баш ҡалаһы төбәктәге яңырыуҙарҙың сағылышы, иҡтисади үҫештең драйверы булырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Алда оло юбилей-Өфөнөң 450 йыллығы тора. Республика башлығы был датаны федераль кимәлдә билдәләргә тәҡдим итте.

Фото №1 - Өфөнөң үҙ Арбаты барлыҡҡа киләсәк, йәйәүлеләр урамы итеп Октябрь революцияһы һайланған

Рәмзиә Кәримова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ